Т. Миңнуллиндың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте.

Т. Миңнуллиндың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте.
Кисә, 20 октябрҙә, М. Ғафури исемендәге БДАД театрында бөйөк драматург Туфан Миңнуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайы менән, уның яҡты иҫтәлегенә арналған кисә үтте. Был кисәгә ике республика -Татарстан һәм Башҡортостан театр йәмәғәтселеге йыйылғайны. Тамашасылар өсөн уның тормош юлы һәм ижады хаҡында бик үҙенсәлекле рәүештә видеөҙөктәр тәҡдим ителде. М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры, Сибай концерт- театр берекмәһе, Салауат башҡорт дәүләт драма театры, Өфө «Нур» Татар дәүләт театры, М.Кәрим ис. Милли йәштәр театры Стәрлетамак театр - концерт берекмәһе, Татарстандан Ғ.Камал ис. Татар академия, Туфан Миңнуллин ис. Түбән Кама дәүләт драма театры актерҙары башҡарыуында ул яҙған сәхнә әҫәрҙәрҙәренән өҙөктәр уйналды. Кисәгә, тағы ла, әҙип һәм драматургтың ҡатыны Нәҗибә Ихсанова (Миңнуллина), ҡыҙы Әлфиә Юнусова (Миңнуллина) ла килгәйне. Кисәлә, әҙип һәм драматург хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, уның ике Республика араһында, театр даирәһендә күпер һалыусы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Һүҙ аҙағында, Башҡортостан театрҙары әҙип алдында булған бурысын лайыҡлы үтәне, тип әйтергә мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb