Стәрлетамаҡ районында милли-мәҙәни үҙәктәр конференциялары үтә

Стәрлетамаҡ районында милли-мәҙәни үҙәктәр конференциялары үтә

Башҡортостанда иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә Стәрлетамаҡ районында милли-мәҙәни үҙәктәр конференциялары үткәрелә, тип хәбәр иттеләр Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Тәүге осрашыуҙы райондың Рустар соборы ойошторған, ул 12 октябрҙә Яңы Барятин ауылында үткән. 14 октябрҙә, Үрге Уҫылы ауылында татарҙарҙың Башҡарма комитеты конференцияһы үткән.

Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы 18 октябрҙә район мәҙәниәт йортонда ҡор йыясаҡ. Мордва союзы Ҡырмыҫҡалы ауылында – 20 октябрҙә, Сыуаштар канашы Ишпарс ауылында 25 октябрҙә конференция үткәрәсәк. «Золотоношка» украин тарихи-мәҙәни үҙәге активы 28 октябрҙә йыйыласаҡ. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb