«Симфония төнө» көтә

«Симфония төнө» көтә
Былтыр баш ҡаланың Конгресс-холы артындағы майҙанда БР Милли симфоник оркестры һәм музыка сәнғәте “йондоҙҙары” ҡатнашлығында асыҡ һауала концерт үткәрелгәйне. Тәүге мәртәбә үткән опен-эйр тамашасыларға бик оҡшаны, майҙансыҡ “Өфө амфитеатры” исемен алды.
Быйылғы концерт 4 июндә үтәсәк һәм уға “Симфония төнө” исеме бирелгән. Күренекле сәнғәт әһелдәре менән республиканың Йәштәр симфоник оркестры үҙенең тамашаһын Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Мәҙәниәт йылына арнаясаҡ. Репертуарҙа классик һәм хәҙерге заман музыкаһы өлгөләре - П.Чайковский, В.Моцарт, Ф.Лист, И.Брамс, Дж.Верди, Г.Свиридов, А.Пьяццолла, З.Исмәғилев, Х.Әхмәтов, И.Хисаметдиновтың һәм халыҡ йырҙары бар. “Симфония төнө” киске сәғәт 8-ҙә башланасаҡ.


 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb