Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттарының исемдәре билдәле булды.

Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттарының исемдәре билдәле булды.
Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттарының исемдәре билдәле булды.
Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге алдынғылар өсөн булдырылған Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттарының исемдәре билдәле булды.
Быйылғы йылда баһалама комиссияһына еңеүселәрҙе икенсе турға үтеүсе 12 кандидат араһынан һайларға тура килде.
Премияға «Ҡалдырма, әсәй!» китабы өсөн йәш журналист һәм өмөтлө китап авторы Айгиз Баймөхәмәтов, донъя кимәлендә Башҡортостан мәҙәниәтенең абруйын күтәреүе һәм хәйриә проекттары өсөн Мәскәү филармонияһы артисы, кларнетист Артур Нәзиуллин һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә «Тыуған төйәктә ҡулға-ҡул тотоношоп» ижади проекттары өсөн рәссамдар Вера Фролова һәм Айгөл Ишбирҙина лайыҡ булды.
Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы аҡсалата 150 мең һум тәшкил итә һәм алдынғыларҙы дәртләндереү йәһәтенән бирелә.
Лауреаттар премия менән Республика көнөндә бүләкләнәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb