«Шүлгәнташ» фильмын ҡарарға килегеҙ

«Шүлгәнташ» фильмын ҡарарға килегеҙ
27 май 15.00 сәғәттә «Родина» кинотеатрында «Шүлгәнташ» әкиәт жанрында төшөрөлгән фильмдың исем туйы үтә. Картина 2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Президентының мәҙәниәт өлкәһендә бирелгән гранты ярҙамында төшөрөлдө. 
Фильм Бөрйән районында урынлашҡан данлыҡлы Шүлгәнташ ҡурсаулығы территорияһында төшөрөлгән. Режиссеры Рөстәм Аҙнабаев һәм Ләйсән Солтанғолова, ҡуйыусы оператор – Урал Ғатауллин, сценарий авторы – Гөлназ Ҡолһарина, рәссамдар – Арыҫлан Бикбаев һәм Альбина Шәһретдинова, композитор – Айҙар Хәмзин. Әйтергә кәрәк, әкиәт өҫтөндә 151 кеше тир түккән. Съемкалар 58 көн дауамында барған.
«Шүлгәнташ»та «Тамыр» телеканалы ҡыҙҙары һәм малайҙары, шулай уҡ БР-ҙың халыҡ артисы Рим Йыһазитдинов, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет һәм БЮТ алып барыусыһы Ғәлиә Вәхитова ҡатнаша.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы буйынса 1 июнь 22.00 сәғәттә ҡарарға була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb