Шиғри күңеллеләр иғтибарына яңы конкурс

Шиғри күңеллеләр иғтибарына яңы конкурс
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы әҙәбиәт йылы уңайынан әсәйҙәргә булған мөхәббәт хистәре һәм әсәлек темаһына арналған “Әсә йөрәге” тип аталған шиғри бәйге иғлан итә. Ярышта журналыбыҙҙы яҙҙырып уҡыусылар араһынан теләгән һәр кем ҡатнаша ала. 
Әҫәрҙәр шиғри бәйгегә тигән билдә менән журналыбыҙҙың “Бәйләнәштә” сайтындағы төркөмө диуарына (https://vk.com/bashkizi) баҫма тексы ла беркетелгән видеояҙма рәүешендә ҡабул ителә. Һәр автор бер әҫәр менән ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Иң яҡшы шиғырҙар журналдың рәсми сайтынан да урын аласаҡ. 
Еңеүселәрҙе декабрь айында мәртәбәле баһалама ағзалары билдәләйәсәк. Тәүге өс урынды бүлешеүселәрҙе, шулай уҡ иң күп лайк һәм репост йыйыусы ике авторҙы махсус дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb