Шаран районында яңы сиркәү асылды

Шаран районында яңы сиркәү асылды

Башҡортостандың Шаран районы Шаран ауылында яңы сиркәү асылды. Уны төҙөү өсөн ике йылдан ашыу ваҡыт киткән.

Православие ғибәҙәтханаһы был ауылда 80 йыл тирәһе булмаған. Ауыл ҡарттары 1937 йылда бында элекке сиркәүҙең ябылыуын хәтерләй, ә бушатылған бинала мәҙәниәт йорто урынлаштырылған.

Яңы сиркәү 2009 йылда төҙөлә башлаған. Хәҙер ул тулыһынса әҙер. Бина 100 кешегә иҫәпләнгән. Ауыл халҡы уны ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған.

Урындағы эшҡыуарҙарҙың береһе сиркәүгә 90 килограмм ауырлыҡтағы ҡыңғырау бүләк иткән. Йортта ғибәҙәт ҡылыуҙар үткәрелә башланған да инде.

Автор: Евгений Рәхимҡолов

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb