«Самрау» балалар студияһының сираттағы премьераһы

«Самрау» балалар студияһының сираттағы премьераһы

Бер ваҡыт джунглиға кеше балаһы килеп эләгә. Инә Бүре малайҙы хайуандарға йәберләргә бирмәй, үҙенең балалары менән бергә тәрбиәләп үҫтерә. Маугли баһадир кәүҙәле булып буй еткерә, джунглиҙа дуҫтары ла табыла. Тик бына юлбарыҫ Шер-Хан менән ҡырағай эт Табаки ғына Мауглиҙы джунглиға ҡабул итергә теләмәй... 

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры янында эшләп килгән Самрау» балалар студияһы Р.Киплингтың «Маугли» әҫәрен сәхнәләштерҙе.   Билдәле әкиәттәге геройҙарҙы кәүҙәләндереп, хәл - ваҡиғаларҙы ихлас уйнаны һәр башҡарыусы, урман йәнлектәренең тәбиғәтен һүрәтләне, ваҡиғалар эсендә үҙҙәренсә ҡайнаны. Иғтибарҙы бигерәк тә бәләкәй Мауглины башҡарыусы Лина Кирәева йәлеп итте. Спектакль өсөн махсус музыка һәм йырҙар яҙылып, сәхнә хәрәкәте һәм бейеүҙәр ҡуйылды. Шуны билдәләргә кәрәк, «Самрау»ҙар спектакль һайын сәхнәлә батырыраҡ була бара, үҙҙәрен ышаныслыраҡ тоя.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb