"Салауат йыйыны" көтә

"Салауат йыйыны" көтә
28 июндә Салауат районында “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы уҙғарыла. Быйыл ул милли батырҙың тыуыуына 260 йыл тулыуға һәм Мәҙәниәт йылына арнала.
Республика фольклор байрамы йәш быуында үҙ халҡына, тарихи үткәндәргә һөйөү, милли ғорурлыҡ, өлкәндәргә ихтирам һәм хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында ойошторола. Быйылғы байрам тәү сиратта йәштәр өсөн тәғәйенләнгән бай заманса программаһы менән айырыла. Унда “Батыр тоҡомо”, “Йөҙөк ҡашы — Зөләйха”, “Егерме лә ике йәшендә” кеүек этноконкурстар уҙғарыла. Программаға шулай уҡ тоҡ менән һуғышыу, уҡ атыу, Салауат Юлаев исемендәге призға көрәш буйынса турнир инә. Батыр һәм Зөләйха исеменә дәғүә иткән йәштәр шәжәрәһен белергә, шиғыр, йыр, бейеү бәйгеләрендә ҡатнашырға, үҙ ырыуының кейем-һалымын, атрибутикаһын күрһәтергә тейеш. Этнотөркөмдәр конкурсында иң яҡшы коллектив һайлап алынасаҡ. Уның репертуарына Салауат Юлаевтың тормошо, хәрби эшмәкәрлеге һәм ижады сағылдырылған башҡорт халыҡ йыры инергә тейеш. 
Фестивалдең программаһында шулай уҡ “Көмөш өҙәңге” йүнселлек башланғысы һәм һөнәрселек бәйгеһе, “Салауат ҡарашы” рәссамдар пленэры, Башҡортостандан хеҙмәткә саҡырылған егеттәрҙең хәрби хеҙмәт урындарына авторҙарҙың картиналарын тапшырыу сараһы ҡарала. “Исемем минең — Салауат” парадында Салауат исемен лайыҡлы йөрөткән орден кавалерҙары, конкурс лауреаттары, геройҙар, уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа еңеүселәр, чемпиондар, яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, етештереү алдынғылары һәм башҡалар ҡатнаша.
Автор: А. ХӘЛИЛОВ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb