Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2012 йылды байрам итеү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы

Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2012 йылды байрам итеү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2012 йылды байрам итеү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы. Указ менән Яңы йыл сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составы раҫланды.

Ойоштороу комитетына район һәм ҡала хакимиәттәре, профсоюздар һәм башҡа йәмәғәт берекмәләре менән берлектә мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында, тораҡ пункттарҙың майҙандарында Яңы 2012 йылды байрам итеүгә арналған карнавалдар, театрлаштырылған тамашалар һәм башҡа сараларҙы әҙерләү һәм үткәреүҙе тәьмин итергә ҡушылды.

Документҡа ярашлы, республика райондары һәм ҡалаларынан саҡырылған уҡыу алдынғылары, предмет олимпиадалары һәм спорт ярыштары еңеүселәре, үҙешмәкәр сәнғәт фестивале лауреаттары, шулай уҡ бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары ҡатнашлығында 2011 йылдың 21 декабрендә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Президент шыршыһы үтәсәк.

Ойоштороу комитетына күләмле Яңы йыл сараларын үткәргәндә йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы, янғын хәүефһеҙлеген, медицина персоналының дежур итеүен, шулай уҡ балаларҙы транспорт менән ташыуҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итергә ҡушылған. Яңы йыл байрамын тулыһынса киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу, Яңы йыл байрамдарында һәм ҡышҡы каникул осоронда балалар өсөн мәҡәләләр һәм тапшырыуҙар циклын әҙерләү ойоштороласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Президент шыршыһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса сараларҙы финанслауҙы, уның ҡатнашыусылары өсөн «Салют» шифаханаһында өс көнлөк ял ойоштороуҙы, 14 йәшкә тиклемге биш һәм унан күберәк балалы ғаиләләрҙән булған бәлиғ йәшкә етмәгән балаларға Яңы йыл бүләктәре һатып алыуҙы, шулай уҡ башланғыс, урта һәм юғары белем биреү учреждениеларында белем алыусы етемдәргә матди ярҙам күрһәтеүҙе тәьмин итергә тейеш.

Район һәм ҡала хакимиәттәренә үҙҙәренең һәм йәлеп ителгән средстволар иҫәбенә балалар йорттарында һәм интернаттарҙа тәрбиәләнгән инвалид һәм етем балаларға Яңы йыл бүләктәре тапшырыуҙы тәьмин итергә кәңәш ителде.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенә иһә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы бинаһын һәм уның биләмәһен Президент шыршыһына әҙерләү буйынса саралар күрергә ҡушылды, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb