Рәсәй Мәҙәниәт министры Владимир Мединский юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн тарихтан аудиокурстар әҙерләргә ҡушҡан

Рәсәй Мәҙәниәт министры Владимир Мединский юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн тарихтан аудиокурстар әҙерләргә ҡушҡан
“Ватан тарихы буйынса лекцияларҙы өйҙә, транспортта йәки кафела, йәғни интернет тотҡан урындарҙа компьютер, планшет, телефондан тыңлап йөрөү студенттар өсөн уңайлы буласаҡ”,- тип иҫәпләй Мединский. Бының өсөн тарихсы-профессорҙы аудиторияла тыңлап ултырмаҫҡа ла мөмкин. Мәҙәниәт министры, Рәсәй, хәрби-тарихи йәмғиәте рәйесе фекеренсә, аудияҙма кешегә нығыраҡ һеңә. Лекцияларҙы яҙҙырыу өсөн билдәле артистар йәлеп ителәсәк. Берҙәм аудиояҙмалар тарихты боҙорға тырышыу осраҡтарын да бөтөрәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb