Рок яратыусылар иғтибарына

Рок яратыусылар иғтибарына
23 август Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Бөйөк дала» III Асыҡ Республика рок фестивале үтәсәк. Сараны БР Мәҙәниәт министрлығы , Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Хәйбулла районы хакимиәте ойоштора. 
Фестивалдең маҡсаты: башҡорт рок йүнәлешендәге йырҙарҙы популярлаштырыу, башҡорт рок-төркөмдәрен берләштереү, район йәштәрендә ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләү, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, ижади-художестволы позицияларҙы билдәләү һәм композиторҙар, авторҙар, башҡарыусылар араһында яңы исемдәр табыу, уларҙың ижади кимәлен арттырыу, эшмәкәрлегенә ярҙам итеү, уй-фекерҙәр менән алмашыу.
«Бөйөк дала»ла республика һәм, шулай уҡ, башҡа төбәктәрҙән рок төркөмдәре ҡатнаша ала. Уларға төп шарт: тере тауышҡа һәм мәғәнәле йырҙар йырлау.
Фестивалде ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙың күп булыуына һәм сараның географияһы киңәйеүенә өмөтләнә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb