Республикала иң көслө батырҙы һайлайҙар

Республикала иң көслө батырҙы һайлайҙар
Был аҙнала Учалы районында “Урал батыр эҙҙәре буйлап” тигән республика конкурсы үтә. Унда 18-ҙән 35 йәшкә тиклемге физик яҡтан әҙерлекле һәм “Урал батыр” эпосын яҡшы белеүсе ир-егеттәр ҡатнаша. 
Республика Мәҙәниәт министрлығынан белдереүҙәренсә, әлегә Әбйәлил, Бөрйән, Стәрлетамаҡ, Учалы райондарҙан ғаризалар килгән. Бәйге барышында егеттәргә бер нисә һынау үтергә тура килә. Улар башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнай белеү, башҡорт бейеүҙәрен оҫта башҡарыуҙа, Ирәмәл тауына үрмәләү һәм Ағиҙел йылғаһы башына барып етеү, Ҡалҡан күлендә йөҙөү буйынса көс һынаша. Бынан тыш, егеттәр ат егеүҙә һәм ҡороҡ һалыуҙа иң яҡшыларҙы асыҡлаясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb