«Ренессанс» халыҡ бейеүҙәре театрының өр-яңы концерт программаһы

«Ренессанс»  халыҡ бейеүҙәре театрының өр-яңы концерт программаһы

15 ноябрҙә, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайының «Ренессанс» халыҡ бейеүҙәре театры концерт программаһына саҡыра. Бик күп фестивальдәр, конкурстар («Ветер перемен» – Гран-при, 2006 й., «Buen Viaje», Испания, г. Л’лорет –де Мар – «Фестивалдең иң яҡшы коллективы», исеме 2006 й.) лауреаты, мәҙәниәт һарайының йәш, иң уңышлы коллективтарының береһе, 2005 йылдан бирле эшләп килә. Театрҙың етәксеһе Александр Радионов әйтеүенсә, концерт ике бүлектән торасаҡ. Юмористик, тормошсан бейеү номерҙары бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Шулай уҡ тамашала беренсе тапҡыр коллективтың иң бәләкәй составы ла сығыш яһаясаҡ.

Концерттың ҡуйыусылары: Александр Родионов, Алексей Сорокин, Михаил Савченко, Ольга Курбатова, ЗОСя триоһы, Камилла Мостафина, Валера Мостафин, Эльдар Латыпов, Динара Хәйретдинова.

«Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb