Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Республика кәңәшмәһе үтәсәк

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Республика кәңәшмәһе үтәсәк
Сентябрь айында Урал аръяғында район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Республика кәңәшмәһе үтәсәк. Бындай кәңәшмә тәүге тапҡыр 2014 йылда Салауат районында ойошторолғайны.
Быйылғы йылда кәңәшмә Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡ районында үҙасаҡ. Йыйылыштың төп темаһы «Халыҡ ижадын йәмғиәттә милләт-ара татыулыҡ һәм патриотизм тәрбиәләү шарттарының береһе булараҡ уны үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу».
Кәңәшмә сиктәрендә Сибай ҡалаһында төҙөлөштән һуң ҡабаттан Балалар сәнғәт мәктәбе үҙ ишектәрен асасаҡ, Баймаҡ районында «Башҡорт аты» фестивале үтәсәк, Темәс ауылында күп функциялы мәҙәни үҙәк асыласаҡ һәм «Ирәндек» музей-ҡурсаулығына экскурсия ойоштороласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb