Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Миңзәлә Хәйруллинаның юбилей кисәһе уҙасаҡ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Миңзәлә Хәйруллинаның юбилей кисәһе уҙасаҡ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Миңзәлә Хәйруллинаның юбилей кисәһе уҙасаҡ

Театр. Сәхнә. Рольдәр. Көндәлек репетициялар. Һәм... алҡыштар. Тик был алҡыштарҙы яулар өсөн күпме көс түгелгәнлеген, ниндәй физик һәм психик әҙерлек кәрәклеген артистар үҙҙәре генә белә. Шуға күрә был тормошто, был һөнәрҙе ошо серле театр донъяһына ысын күңелдән ғашиҡ кешеләр генә һайлай.

12 ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы Миңзәлә Хәйруллинаның юбилей кисәһе уҙасаҡ. Актриса был театрҙа эшләп үҙенең ижади йөҙөн, тамашасыларын тапҡан.

Әлшәй районының Ҡыпсак-Асҡар ауылы ҡыҙы Миңзәлә Хәйруллинаның сәнғәткә һөйөүе үҙе менән бергә тыуған. Ул йыр-моңдо бөтә йөрәктән яратҡан, күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Шуға күрә мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барыу тураһында һорау уның алдында бөтөнләй тормай.

Оло сәнғәт тупһаһына Миңзәлә беренсе тапҡыр икенсе курста уҡығанда А. Чеховтың «Убырлы ҡарсыҡ» исемле хикәйәһе буйынса эшләнгән сәхнә әҫәрендә Убырлы ҡарсыҡ образы аша баҫа. Унан инде һәр береһе үҙенә хас булған М. Шолоховтың «Күтәрелгән сиҙәм»ендә – Лушка, А. Чеховтың «Апалы-һеңлелеле өсәү» пьесаһында – Наташа, А. Вампиловтың «Өлкән улым»ында – Нина, П. Кальдерондың «Мөхәббәт менән шаярмайҙар» комедияһында Инесса һәм башҡа образдар өҫтөндә илһамланып эшләй

1983 йылда Миңзәлә Хәйруллина Өфө сәнғәт институтын уңышлы тамамлап, актриса булып эшкә килә. Бына шул ваҡыттан сәхнә – уның тормошо ла, яҙмышы ла. Егәрлелек, тырышлыҡ кеүек сифаттар әле һаман актрисаны ташламаған – рольдәрҙе аҡ-ҡараға, ҙурына-бәләкәйенә айырмайынса, ул һәр образға күңелен биреп эшләй.  Театрға ул йәне-тәне менән ғашиҡ. Театрһыҙ ул үҙенең тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай.

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Хәйруллина киләсәктә лә сағыу образдары менән театр һөйөүселәрҙе шатландырыр әле тигән өмөттә ҡалабыҙ.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb