Мәскәүҙә үтәсәк кинофестивалдә Өфө авторҙарының фильмдары күрһәтеләсәк

Мәскәүҙә үтәсәк кинофестивалдә Өфө авторҙарының фильмдары күрһәтеләсәк

«Журналист һөнәре» халыҡ-ара документаль фильмдар кинофестивале Мәскәүҙә 17-22 октябрҙә үтәсәк.

Фестиваль президенты, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богданов кинофорумдың төп темаһын «Ышаныс формулаһы» тип билдәләне:

— Илебеҙҙә тоталитаризмдан демократияға барған ауыр юлдағы радикаль үҙгәрештәр, элекке идеалдарҙың, стереотиптарҙың юҡҡа сығыуы үҙен эҙләнеүҙәрҙә тапҡан икенсе журналистика булдырылыуын талап итте. «Журналист һөнәре» фестиваленең төрлө номинацияларында тәҡдим ителгән күпселек фильмдар тап ошо хаҡта. Әгәр фильмдарҙы тикшереү һөҙөмтәле үтһә, фестиваль көндәрендә башҡарыласаҡ эшебеҙ халыҡта журналистар йәмғиәтенә ҡарата ышаныс булып сағылыш табасаҡ.

Фестиваль программаһы 45 фильмды үҙ эсенә ала, уларҙың күпселеге төбәк компаниялары менән әҙерләнгән, тип хәбәр иттеләр Үҙәк журналистар йортонан.

Башҡортостан исеменән фестивалдә «Вся Уфа» продюсер үҙәге сығыш яһаясаҡ, ул «Большое интервью» шәлкеменән ике эшен тәҡдим итәсәк — «Сергей Майоров менән интервью» һәм «Светлана Сорокина менән интервью». 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb