Мәскәүҙә билдәле башҡорт композиторы Салауат Низаметдиновтың ижадына арналған беренсе студент йыры фестивале үтте

Мәскәүҙә билдәле башҡорт композиторы Салауат Низаметдиновтың ижадына арналған беренсе студент йыры фестивале үтте
Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаһының Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ойошторған сара Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Рәсәй композиторҙар союзы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ярҙамында үтте.
Мәскәүҙең ҡап уртаһында урынлашҡан Композиторҙар йортоноң ҙур залында үтте был күркәм байрам. Тамаша залы шығырым тулы, башҡорт йыр-моңона һыуһап йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың күңеле лә мөлдөрәмә тулы ине. Композиторҙың яҡындары, ҡатыны һәм балалары өсөн айырыуса тулҡынландырғыс булды был көн.
Фестивалдең тәүге турын уңышлы үткән ете конкурсант айырыуса тулҡынланды. Сөнки йәштәр береһе лә профессиональ йырсы түгел, ижад менән бары тик йөрәк ҡушыуы, күңел талабы буйынса шөғөлләнә.
Салауат Низаметдиновтың ижады күп яҡлы. Опералар, либреттолар ижад иткән, оркестр өсөн әҫәрҙәр яҙған композиторҙың балалар өсөн йырҙар ижад итеүен күптәр бәлки белмәгәндер ҙә. ,"Тамыр" балалар телеканалының йыр студияһы фестивалдең махсус ҡунағы булды. Өфө сәхнәләрен айҡап, тиҫтәләгән концерт-байрамдар ҡуйырға өлгөргән йәш йырсылар талапсан Мәскәү тамашасыһының күңеленә йырлы күпер һуҙҙы - Салауат күпере.
Композиторҙың ижадына арналған хәтер фестивале бәләкәй йырсыларҙы, билдәле сәнғәт әһелдәрен бергә тупланы. Билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов, "Бүреләр" рок төркөмө, әлеге мәлдә Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ Айҙар Хәмзин менән Сыңғыҙ Ханнановтың сығыштары фестивалдең сиктәре киң икәнен күрһәтте.
Салауат Низаметдиновтың хәтеренә арнап үткәрелгән беренсе башҡорт студент йыры фестивале тәүгеһе булһа ла, төйөрлө булманы. Һәр конкурсант үҙе өсөн фәһем алды, киләсәккә ныҡлы маҡсат ҡуйҙы. Фестивалдең төп призы - Гран-приға Өфө ҡыҙы Фатима Янбаева менән Учалы егете Заһир Ишкиндың дуэты лайыҡ булды. Уларға шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһының махсус призы тапшырылды.
Тәүге фестиваль үҙ еңеүселәрен тапты. Тормошто яратып, ашығып ижад иткән башҡорт композиторының иҫтәлегенә арнап үткәрелгән йыр байрамы Салауат күпере һымаҡ балҡыһын.
Сығанаҡ: БЮТ сайтынан

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb