"Мостай уҡыуҙары" бәйгеһенә өлгөрөп ҡал!

"Мостай уҡыуҙары" бәйгеһенә өлгөрөп ҡал!
Баш йортобоҙ Өфөлә «Мостай уҡыуҙары» республика ижади конкурсына ғаризалар ҡабул итеү аҙағына яҡынлаша. Быйылғы йылдағы бәйге Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә һәм Әҙәбиәт йылына арналған. Әҙәби ун көнлөктә Өфөнөң белем биреү учреждениелары уҡыусылары һәм уҡытыусылар ҡатнаша ала. Конкурстың номинациялары: видеодәрестәр (уҡытыусылар өсөн генә), «Минең яратҡан яҙыусым (шағирым)» видеороликтары, «Әҙәби Өфө» фотоконкурсы. Башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған эштәр 21-нә тиклем ҡабул ителә, 22-нән 26-на ҡәҙәр — бәйгегә, 29 октябрҙә түңәрәк өҫтәлдә ун көнлөккә йомғаҡ яһала. Материалдарҙы «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге махсус биткә һалырға йәки Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына ебәреп өлгөрөргә кәрәк. Конкурсты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Өфө ҡалаһының мәғлүмәт-методик үҙәге, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы ойоштора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb