Мостай Кәримдең 95 йыллығы айҡанлы уның әҫәрҙәренән торған бишенсе йыйынтыҡ донъя күрҙе

Мостай Кәримдең 95 йыллығы айҡанлы уның әҫәрҙәренән торған бишенсе йыйынтыҡ донъя күрҙе
Барлыҡ республикала был аҙнала халыҡ шағиры, башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы ҙур әҙәби байрамдар үтә. Башҡортостандың төп нәшриәте булған Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте лә был саранан ситтә ҡалманы: ошо көндәрҙә унда Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен туплаған бишенсе йыйынтыҡ донъя күрҙе. Унда яҙыусының иң билдәле әҫәрҙәре «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ», «Ярлыҡау», «Ауыл адвокаттары» повестары кергән.
Китапты нәшриәттең кибеттәрендә һатып алырға була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb