Мишкә районында мари композиторы Алексей Искәндәровҡа һәйкәл асылды

Мишкә районында мари композиторы Алексей Искәндәровҡа һәйкәл асылды
Мишкә районының Ирсай ауылында билдәле мари композиторы Алексей Искәндәровҡа бюст асылды.

«Башинформ» агентлығына «Мишкә» мари тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Людмила Алексеевна хәбәр итеүенсә, һәйкәлде асыу өсөн Мишкә, Бөрө, Ҡалтасы райондары һәм Өфө ҡалаһы халҡы аҡса йыйған.

Бюсты асыу тантанаһына күрше райондарҙан, Өфө һәм Йошкар-Ола ҡалаларынан делегаттар килде.

— Был Ирсай ауылы кешеләре өсөн генә түгел, бөтә Мишкә районы халҡы өсөн дә көтөп алынған ваҡиға булды, — тип билдәләне Людмила Имаева. – Алексей Искәндәров бөйөк композитор булараҡ Йошкар-Ола ҡалаһында формалашҡан, әммә уйҙары менән ул һәр саҡ тыуған яғында булған. Тыуған төйәгенең илаһи моңдарын ул ноталарға һалған. Бюсты асыу – уның бәләкәй ватанына үҙенә күрә ҡайтыуы булды.

автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Башинформ» ИА алынды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb