«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле етәксеһе Валерий Степанов ваҡытһыҙ арабыҙҙан китте

«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле етәксеһе Валерий Степанов ваҡытһыҙ арабыҙҙан китте
22 апрель, 64 йәшендә, билдәле бейеүсе һәм хореограф, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле етәксеһе Валерий Геннадий улы Степанов арабыҙҙан китте.
Валерий Степанов республика бейеү сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергән шәхес. Ул етәкселек иткән ансамбль Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә билдәле. Республика сәнғәте, ысын мәғәнәһендә, оло юғалтыу кисерҙе. Мәрхүмдең яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Валерий Степанов менән хушлашыу 24 апрель 11.00 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында үтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb