Кинәнес алам тиһәң…

Кинәнес алам тиһәң…

Мостай Кәримдең ижади мираҫы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҙур урын биләй һәм инде ярты быуаттан ашыу үҙ популярлығын юғалтмай. Төрлө ваҡыттарҙа ҡуйылған “Айгөл иле”, “Диктаторға ат бирегеҙ!”, “Йәйәүле Мәхмүт”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” һәм башҡа әҫәрҙәре ҙур уңыш менән ҡуйылып килә.

Башҡорт драма театры — Мостай Кәримдең пьеса һәм прозаһын тәүгеләрҙән булып сәхнәгә сығарыусы ла. 1947 йылда билдәле режиссер Рифҡәт Фәйзи уның “Туй дауам итә” пьесаһын ҡуя.

Оло әҙиптең бай ижады менән театр араһындағы бәйләнеш бер ваҡытта ла һыуынмай, киреһенсә, Мостай Кәрим әҫәрҙәре сәхнә тормошон көндән-көн күберәк ҡыҙыҡһындыра бара кеүек. Әле театрыбыҙ “Ай тотолған төндә” пьесаһын яңыса сәхнәләштерергә әҙерләй.

Спектаклдең сюжеты бик мауыҡтырғыс. Сыуалған яҙмыштар, хаталаныуҙар, конфликттар тамашасыны уйланырға мәжбүр итә.

…Тәңкәбикәнең тормошо ғаилә мәшәҡәттәре һәм йорт эштәре менән тигеҙ генә үтә тора: бәләкәй Ишмырҙа улы үҫеп килә, уртансы улы Аҡйегетте тиҙҙән һылыу ҡыҙ Зөбәржәткә өйләндерәсәктәр, оло улы Юлмырҙа ла аҡ батшаға хеҙмәтен тултырып ҡайтасаҡ. Хоҙай теүәл аҡылдан айырған Диуана өсөн дә Тәңкәбикәнең йылы һүҙе һәр ваҡыт әҙер. Ҡыҫҡаһы, байбисәне ырыу аҡһаҡалдары һәм балалары хөрмәт итә, ярата. Шул ваҡыт ошо урындан үтеп барыусы илгиҙәр Дәрүиш ял итергә туҡтай. Ҡасандыр ул сибәр ҡыҙ Тәңкәбикә менән бик яҡшы таныш булған…

Автор: Рита Хәсәнова

«Башҡортостан» гәзитенән алынды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb