Кейеҙ келәмдәр таң ҡалдыра

Кейеҙ келәмдәр таң ҡалдыра

Башҡортостандың Милли музейында тәрбиәүи йәһәттән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур һәм бай йөкмәткеле саралар даими ойошторола. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә «Тамға» тигән күргәҙмә асылды.

Күргәҙмәләр залына аяҡ баҫҡан һәр кем ундағы күркәмлеккә иғтибар итмәй ҡалмаҫ. Беренсенән, кейеҙ келәмдәр күҙҙең яуын алырлыҡ итеп эшләнгән, иҫ китерлек! Икенсенән, уларҙағы нағыштарға һәм биҙәктәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Ә тема йәһәтенән төрлөлөгө! Күлгә төшкән аҡҡоштарҙың рәхәтләнеп һыуҙа ҡойоноуы, уңған салғысыларҙың ал-ял белмәй эшләүе, тырыш тимерселәрҙең баш күтәрмәй тимер сүкеүе, оҫта туҡыусыларҙың мөкиббән китеп туҡыма етештереүе, йәш йөрәктәрҙең бәхетле йылмайыуы, милли байрамдың күңелле ойошторолоуы шуға асыҡ миҫал. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла келәмдәрҙә асыҡ сағылыш тапҡан.

Егәрлеләрҙең хозур тәбиғәт ҡосағында тирләп-бешеп бесән сабыу күренешен күҙ алдына баҫтырған келәм янында олоһо ла, кесеһе лә күп күренә. Ирҙәр теҙелешеп алған да, арыу-талыуҙы белмәй, ҡул салғыһын эшкә еккән, хатта көндөң эҫелеге лә уларҙы яратҡан шөғөлөнән туҡтата алмай. Һуҙылып киткән ҡайырымдар аҡланға үҙенсә биҙәк өҫтәй, бесәндең хуш еҫе тирә-яҡҡа таралғандай. Улай ғына ла түгел, әйтерһең дә, һауала талпынған һабантурғай һәр кемде дәртләндерә, эргәләге шишмәнең сылтырауы ла көс өҫтәй. Ырыу һәм ара тамғалары ла кейеҙгә ыҡсым биҙәк булып ҡунаҡлаған.

Башҡортостандың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, өфөләрҙең һәм ҡунаҡтарҙың иғтибарына бөтөн Башҡортостандан килтерелгән кейеҙ өлгөләре тәҡдим ителгән. Әбйәлил, Белорет, Йылайыр һәм бүтән райондарҙа баҫылған кейеҙ келәмдәр быға тиклем дә төрлө күргәҙмәләргә ҡуйылған. Хәйер, «Берҙәмлек» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыусылар уларҙың барыһын да күрҙе.

Шуныһы ла мәғлүм булһын: хәҙер кейеҙ баҫҡанда заманса технология ҡулланалар, ә борон бөтөнләй бүтәнсә эш иткәндәр. Кейеҙҙән бик матур итеп баш, өҫ һәм аяҡ кейемдәре тегеүҙәре лә мәғлүм.

А. Илдаров

«Башҡортостан» гәзитенән

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb