«Йөрәгемде һеҙгә илтәм!»

«Йөрәгемде һеҙгә илтәм!»
Ошондай исем аҫтанды 21 ноябрь көндө Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә даһи шағир, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың яҡты иҫтәлегенә арналған «Шиғриәт кисәһе» үтте. Сарала билдәле шағирҙар Ирек Кинйәбулатов, Риф Мифтахов, Дилә Булгакова, «Ҡыҙыл таң» гәзите журналисы Фәрит Фәтхуллин, «Юлдаш» йыр һәм мәғлүмәт каналы журналисы Әнисә Муллабаева, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, «Аҡбуҙар» балалар журналының баш мөхәррир урынбаҫары Айнар Байбулатов, Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы һәм Р.Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары ҡатнашты. 
Бөйөк шағирҙың шиғырҙарын төп нөсхәһендә халыҡҡа еткереүсе Риф Мифтахов Рәшит Назаровтың ижадына байҡау яһап китте:
- Ҙур талантлы, тәбиғәт тыуҙырған оло даһи шағир ул. Ундайҙар йөҙ йылға бер тыуа тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Шағирҙың архивын ныҡлап өйрәндем, көнөнә дүртәр шиғыр яҙған ваҡыттары ла булған. Иң мөһиме – уларға бер ниндәй ҙә төҙәтмәләр индерергә кәрәкмәй ине, ҡулъяҙмаларында ҙур сыйыуҙар, төҙәтеүҙәр юҡ. Һөйөнөслө яңылығым да бар: әҙиптең «Ер һәм йыһан йыры» исемле йыйынтығын әҙерләйбеҙ, ул әле нәшриәттә баҫылыуға сират көтә.
Шиғри кисәлә «Шоңҡар» йәштәр журналы ойошторған «Йыртып астым күкрәгемде...» республика шиғри видео-конкурсына йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү үтте. Әйтергә кәрәк, конкурсҡа 150 яҡын видеояҙмалар ебәрелгән.
Шулай итеп урындар түбәндәгесә бирелде:
III урын – Ә.Әлибаева (Р.Ғарипов ис. Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы), З.Ишемғолов (Күгәрсен р-ны), Р.Йәлилова (Ауырғазы р-ны), Л.Иликәева (Р.Ғарипов ис. Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы), Ғ.Түбәкова (Ғафури р-ны).
II урын – Н.Миңлебаева ( М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенткаһы), Г.Ибраһимова һәм А.Бәширов (Өфө), М.Ҡондаҡова (Ҡырмыҫҡалы р-ны).
I урын – Г.Вәлитова (Ғафури р-ны).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb