Йәштәр театры Яңы йылға тиклем дүрт премьера күрһәтмәксе

Йәштәр театры Яңы йылға тиклем дүрт премьера күрһәтмәксе

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры алдағы миҙгелгә ҙур пландар менән аяҡ баҫа.

Башҡорт труппаһы Мостай Кәрим пьесаһы буйынса «Ҡыҙ урлау» спектакленә репетиция үткәрә башлаған. Уны режиссер Илдар Ғиләжев әҙерләй. Башҡорт драматургияһының танылған классик әҫәре, режиссер һүҙҙәренә ҡарағанда, заманса эшкәртелеп күрһәтеләсәк.

Рус труппаһы билдәле ирланд драматургы Мартин Макдонахтың «Инишмаан утрауындағы зәғиф» пьесаһы буйынса спектакль премьераһын ноябрь айында тамашасы хөкөмөнә сығармаҡсы. Уның ҡуйыусы режиссеры – Олег Пронин. Өсөнсө премьераны ла шулай уҡ рус труппаһы әҙерләй. Марк Камолетти пьесаһын ҡуйыу өҫтөндә театрҙың билдәле актеры Андрей Шрайнер эшләй.

Дүртенсе премьера тамашасылар өсөн Яңы йыл бүләге буласаҡ. Николай Коляда пьесаһы буйынса «Морозко» әкиәтен сәхнәгә Мөсәлим Ҡолбаев әҙерләй. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb