«Йәшлек-шоу – 2011» саҡыра

«Йәшлек-шоу – 2011» саҡыра
27 ноябрҙә, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Йәшлек-шоу – 2011» концерты уҙасаҡ.
«Йәшлек-шоу» республика йәштәр йыр-моң фестивале тәүге тапҡыр 1994 йылда үткәрелә. Был сараны үткәреү республикабыҙҙа шул ваҡыттан алып изге йолаға әйләнде лә инде. «Йәшлек-шоу»ҙың төп маҡсаты – башҡорт телендә аралашыусы, матур итеп башҡарыусы талантлы йәш йырсылар һәм музыканттарҙы табыу, уларҙың үҫешенә булышлыҡ итеү.
Быйыл үтәсәк «Йәшлек-шоу» йыр-моң конкурсына һайлап алыу туры үткән, иң яҡшылар ғына Гала-концертҡа сыҡты. Шулай уҡ быйылғы тамашала «Йыл Dj», «Йыл йырсыһы», «Йыл рэп-башҡарыусыһы», «Йыл асышы», «Йыл дуэты», «Йыл интернет проекты», «Йыл төркөмө», «Йыл йыры» яңы номинациялары билдәләнәсәк.
Исемлеккә инеү бәхетенә эйә булған йырсылар менән һеҙ, ҡәҙерле тамашасылар, 27 ноябрҙә таныша алаһығыҙ. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb