«ЙҮГЕР, ХАРИС, ЙҮГЕР…» спектакле гастролдәргә әҙерләнә

«ЙҮГЕР, ХАРИС, ЙҮГЕР…» спектакле гастролдәргә әҙерләнә

Декабрь баштарында популяр «Харис...» ты ҙур марафон көтә:

3 декабрь - Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй,
8-10 декабрь - Силәбе өлкәһе :
8 декабрь- Аша,
9 декабрь – Йүрүҙән,
10 декабрь- Сим ҡалаһы.

Тамашасы "Йүгер, Харис, йүгер...» премьера спектакленән бөткөһөҙ донъя мәшәҡәттәренән арынып, ял итеп, уйланып, ун йылға йәшәреп таралыша. Эсфир Йәһүҙин пьесаһы буйынса был комедияны сәхнәгә ҡуйыусы - Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров. Комик ролдәрҙе үҙе лә ғәйәт оҫта башҡарған билдәле артист спектаклендә лә ошо рухты һаҡлаған: комедия сюжеты, ҡуйылышы, сәхнә биҙәлеше, сағыу кейемдәре, музыкаһы менән берсә күңелле француз комедияларын, берсә мөхәббәт «дүртмөйөш»өнә ҡоролған еңел америка фильмдарын хәтерләтә. Ролдәрҙә - Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Ирек.Булатов, Алһыу Ғәлина, Гөлфиә Рафиҡова, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Ҡунаҡбаев, Фирғәт Ғарипов, Руслан Ғәлимов...

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb