Йырлы-моңло автобусҡа рәхим итегеҙ!

Йырлы-моңло автобусҡа рәхим итегеҙ!
23 июнь Өфө урамдарынан музыкаль автобус үтәсәк. Акцияны Hitster.fm. музыкаль порталы ойоштора. Өфө халҡының кәйефен күтәргебеҙ һәм көндәлек тормоштарына бер аҙ шатлыҡ өләшкебеҙ килә, ти улар.
Иртәнге 08.00 сәғәттә ҡуҙғалған автобус Телеүҙәк – Инорс маршруты буйынса киске 22.00 сәғәткә тиклем йөрөйәсәк. Әйткәндәй, юл хаҡы бушлай буласаҡ.
Музыкаль транспортта көнө буйына DJ Razta Joy, Руслан Север, Saliy, PaperCat кеүек Өфө диджейҙары юлаусыларға дәртле тректарын бүләк итәсәк. Юл хәрәкәте барышында төрлө конкурстар уйнатыласаҡ, төп приз – смартфон.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb