Ижад йылғаһының инеше лә мөһим

Ижад йылғаһының инеше лә мөһим
Тыуып үҫкән ер һәр саҡ оло йылғаны тулыландырыусы саф инеш булып ҡала. Бәрәкәтле сығанаҡтарға бай беҙҙең Уралыбыҙ, хатта уларҙың иҫәбен-һанын белмәйбеҙ. Ләкин тәүбишегенә ҡайтып килеүсе һәр кем өсөн тыуған ер – берҙән-бер, ул ғына ҡабатланмаҫ матурлыҡҡа эйә. Тик унда ғына яңынан тыуғандай була, үҙенә көс-ҡеүәт ала. Яҙыусы һәм журналист Рәсүл Сәғитовтың үҙенең тыуған яғында — Бөрйән районында яҡташтары менән осрашыуы бына шундай уйҙар тыуҙырҙы күңелдә. Хәйер, Башҡортостан “Китап” нәшриәте, матбуғат баҫмалары вәкилдәре менән берлектә уҙғарылған ҙур мәҙәни сараны әҙиптең юбилейы менән генә сикләү дөрөҫ булмаҫ ине. Йәш быуын, уҡыусылар, шулай уҡ төбәктең иң абруйлы кешеләре, аҡһаҡалдары менән күрешеп, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү тормоштоң тулылығын, бөтөнлөгөн тәшкил итте. 
Әбделмәмбәт мәктәбе – төрлө сара­ларҙа әүҙем ҡатнашыуы, республика, ил кимәлендәге ярыштарҙа алдынғы­лыҡ яулауы менән райондың ғо­рур­лығы. Балаларҙың һәләтен асыу йүнә­лешен­дә ижтиһад итеүсе мө­ғәл­лимдәр эшләй бында. Рәсүлде уҡыт­ҡан, хәҙер хаҡлы ялдағы уҡытыусылар ҙа хәтирә­ләре менән ихлас бүлеште. Марат Муллағолов Иҫке Монасипта Рәсүл уҡыған кластың етәксеһе булған. Уның ҡатыны Зәкиә апай ана шул үткән­дәрҙе, ҡабатланмаҫ матур мәл­дәрҙе иҫенә төшөрҙө. “Марат уҡыу­сылары янына иртәнге етелә лә, киске туғыҙҙа ла сығып китә ине. Уҡыу­сы­лары тураһында “Минең бөркөттәрем” тип әйтә торғайны. Рәсүлгә лә күп ваҡытын бүлде, холҡон формалаш­тырыуҙа ла ҙур өлөшө барҙыр, сөнки Марат уны шәхес итеп күрҙе. Бөгөн килеп ошо егеттең Бөрйәндең Рәсүле булып ките­үенә бик ҡыуанабыҙ. Оста­зыңдың ышанысын аҡлағаның өсөн рәх­мәт! Ма­рат­тың рухы уҡыу­сыла­рынан ҡәнә­ғәт­тер”, – тине Зәкиә апай.
Класташы Вил Яхин шулай уҡ бала саҡтың бик ҡыҙыҡлы мәлдәрен иҫенә төшөрҙө.
Ҡыпсаҡ мәктәбендә ҡәләм тибрәтеү­селәр ҙә күп кенә. Ғөмүмән, әҙәбиәт һөйөүселәр тураһында әйтергә лә түгел. Журналист, яҙыусы Рәсүл Сәғи­товҡа һорау яуҙырҙылар ғына. Ҡәләм оҫтаһы һәр ҡайһыһына ентекле яуап бирҙе, Әбделмәмбәт ауылы тураһын­дағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ижадсы өсөн нимә ул тыуған яҡ, йыш ҡайтырға тура киләме, яратҡан уҡы­тыусыһы кем, ғөмүмән, ғаилә һәм мәктәп араһындағы бәйләнеш ниндәй булырға тейеш? Башҡа төрлө һорауҙар ҙа яңғыраны. Рәсүл Хәсән улына әсәһе биргән иң ҙур кәңәштәрҙең береһен телгә алыу кәрәктер. Ул халыҡ менән мөнәсәбәт ҡора белеүгә ҡағыла. “Кеше менән һаулыҡ һорашып, һөйләшеп бар, һәр саҡ йәмғиәттә, халыҡ менән йәшәйәсәгеңде онотма”, – ти әсәһе улына.
Район хакимиәте башлығы урынба­ҫары Рәшит Монасиповтың да фекер­ҙәре уҡыусылар күңеленә һеңгәндер: “Ҡыпсаҡ мәктәбе киләсәк тормошҡа нигеҙ һала. Бының ни өсөн икәнен Бөрйәндә бик яҡшы беләләр: алда әйтелгәнсә, был белем усағы республика данын үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индерә килә”.
Иҫке Монасип ауылындағы осрашыу ҙа күңелдә онотолмаҫ ваҡиға булып ҡалды. Мәҙәниәт һарайында әҙәбиәткә булған мөнәсәбәт асыҡ сағылды — матур күргәҙмә ҡаршы алды. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, элекке мәктәп директоры Сәлихйән Дәүләтбирҙин – тарих менән ҡыҙыҡһынған аҡһаҡал­дарҙың береһе. Ул заманында тыуған яғы, уның шәхестәре тураһында бик матур мәҡәләләр менән йыш ҡына сығыш яһай торғайны. Хәйер, әле лә тәрән тамырҙар тураһында мәғлүмәт­ле, халыҡ хәтерен һаҡлаусы булып ҡала. Рәсүл Сәғитовтың шәжәрәһен яҡшы белә, уның нәҫеленә бәйле күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе. 
Мәктәп директоры Рәғиҙә Истәкова яҙыусының «Имен-аман тороғоҙ!» исемле яңы китабына үҙенсәлекле анализ бирҙе. Рәсүл Сәғитовты уҡытҡан уҡытыусылар ҙа сығыш яһаны. Бына ошо мөхит “Ысын педагог ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауға яуап та булды. Ә ғорурланырлыҡ нәмәләр күп. Борон-борондан һаҡланып килгән йырҙар, ҡобайырҙар булмаһа, бөгөнгө әҙиптәребеҙҙең йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәре ишетелмәһә, ошо изге төшөнсә лә юҡҡа сығыр, һүрелер, төҫһөҙләнер ине. Матур традицияларҙы һаҡлай бөрйәндәр. Башҡортостан “Китап” нәшриә­тенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева “Йәштәр тауышы” серияһы тураһын­да мәғлүмәт биреп, яңы быуын ижадсылары өсөн матбуғатта йышы­раҡ сығыш яһауҙың мөһимлеген әйтте. Бөрйәндәр шулай уҡ иң күп китап уҡыусылар төркөмөнә инә икән, был үҙе генә лә әҙәбиәт һәм мәҙәниәткә мөнәсәбәт тураһында байтаҡ нәмәне аңларға ярҙам итә. 
“Шоңҡар” журналының баш мөхәр­рире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин милли матбуғатыбыҙҙы иң ҙур байлыҡ менән сағыштырҙы, башҡорт әҙәбиәтенә ниндәй йәштәр килеүе, уның сифаты тураһында әйтте. Бөрйән районы республикала “Шоңҡар” журналын иң күп алдырыусы икән. “Ватандаш” журна­лының баш мөхәррире Азамат Юл­дашбаевтың: “Милләтебеҙҙең бишеге – Бөрйән”, — тип әйтеүендә лә хикмәт бар.
Йомғаҡлау кисәһе район үҙәгендәге мәҙәниәт һарайында уҙҙы, унда ла бөрйәндәр күренекле яҡташтарына йөрәк йылыһын ҡотлау һүҙҙәре аша ла, йыр-моң менән дә еткерҙе, хаки­миәттең ул саҡтағы башлығы Динир Әхмәт­йәновтың шәхсән килеүе сараға мәртәбә өҫтәне.
Күп нәмә кешеләрҙең үҙ-ара мөнә­сәбәт ҡора белеүенән тора. Быуаттар буйы башҡорт үҙенсә аралашҡан, был телде бер ниндәй ҡара көс тә ҡы­ҫырыҡлай алмаған. Үҙ бәҫен, дәрәжә­һен белгән халыҡ көн итә бөгөн Бөр­йәндә. Үҙенә, киләсәгенә ышанған халыҡ йәшәгәндә, рухи ҡомартҡыларға ихтирамлы мөнәсәбәт булғанда тел, ил бөтмәҫенә ышаныс нығый. Ошоноң ысынбарлығын сағылдырған мөхиттә булып ҡайтты журналистар һәм яҙыусылар.
Автор: Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb