Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы

Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы

Бөгөн Хәйбулла районының Акъяр ауылында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы башлана.

Конкурстың ойоштороусылары булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, муниципаль район хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы сығыш яһай.

Республика конкурсы халыҡтың музыкаль традицияларын һаҡлап ҡалыу, тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалау маҡсатында һәм атаҡлы ҡурайсының тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан үткәрелә.

Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) — ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул башҡорт музыканттары араһында тәүгеләрҙән булып милли сәнғәте сит ил сәхнәләрендә – Францияла, Германияла, Швеция, Бельгия, Голландияла күрһәткән.

БАССР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы менән 1978 йылда ҡурайҙа, ҡумыҙҙа һәм өзләү ярҙамында башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарыу оҫталығы өсөн Иҫәнбаев призы булдырыла. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевҡа (вафатынан һуң) «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ошо йылдан башлап был призға конкурстар ҡурайсының тыуған ерендә, Хәйбулла районында, үткәрелә башлай.

Конкурста республиканың 20 районынан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән һәүәҫкәр һәм профессиональ башҡарыусылар, ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнаша.

Ҡурайсылар конкурсы ике турҙа, 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәк ике йәш категорияһында үтә.

Жюри составына билдәле ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, ғалим-фольклорсылар, халыҡ ижадын өйрәнеүселәр, Йомабай Иҫәнбаев конкурстарында Гран-при алыусылар ингән. Әйткәндәй, Гран-при яулаған конкурсантҡа ат тапшырыла.

Конкурс сиктәрендә Йомабай Иҫәнбаевҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтәсәк. Шулай уҡ алдағы конкурстар лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәр, әлеге конкурс еңеүселәре — сәсәндәр ҡатнашлығындағы концерттар ҙа планлаштырылған.

Конкурс 18 ноябрҙә тамамланасаҡ, тип хәбәр иттеләр Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Автор: Алик Шакиров

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb