Филарит Бакировтың рухы һаман беҙҙең арала

Филарит Бакировтың рухы һаман беҙҙең арала
22 майҙа Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Филарит Әбделғәзим улы Бакировтың Хәтер кисәһе уҙҙы. 
Киң амплуалы актер, талантлы режиссер, оҫта тәржемәсе булараҡ билдәлелек яулаған Филарит ағай Бакировтың арабыҙҙан китеүенә бер йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, уның эшләгән эштәре, театрҙа ҡалдырған яҡты эҙе һаман да йәшәй. Сөнки 40 йылдан ашыу сәхнә ғүмерендә сәхнә батшаһы йөҙләгән һәм төрлө характерҙағы образдар тыуҙырып тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән.
Актерҙы иҫкә алырға Филарит ағай эшләп киткән Салауат башҡорт драма театрынан һәм М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрынан сәхнәләш дуҫтары, ижадының иң сағыу осорон бергә үткән Стәрлетамаҡ башҡорт театрынан коллегалары йыйылып, Филарит ағай тарафына бихисап йылы һәм юҡһыныу һүҙҙәре әйтелде. Шулай уҡ ҡасандыр ул уйнаған спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде. Кисәне Филарит ағайҙың ҡатыны Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Ниса Бакирова ойошторҙо. 
Г.СОБХАНҒОЛОВА

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb