Эстонияла «Ағиҙел» башҡорт ойошмаһы 15 йыллығын билдәләне

Эстонияла «Ағиҙел» башҡорт ойошмаһы 15 йыллығын билдәләне
Таллинн ҡалаһындағы «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы 15 йыллығын билдәләне. Берекмә Эстонияла абруйлы ойошмаларҙан һанала. Коллектив башҡорт бейеүҙәре һәм йырҙары менән республика байрамдарында даими сығыш яһай. Был хаҡта ойошманың рәйесе Флүзә Хәйруллина һөйләне.

«Ағиҙел»дең 15 йыллығы уңайынан ойошторолған байрамға Эстонияға Башҡортостан Милли музейының генераль директоры Ғәли Вәлиуллин етәкселегендә ҡунаҡтар килде. Шулай уҡ Эстонияның Мәҙәниәт министрлығы вәкиле, Рәсәйҙең Эстониялағы илселеге вәкилдәре, Палдиски ҡалаһы хакимиәте етәкселеге, Салауат Юлаев исемендәге урындағы клуб ағзалары бар ине. Ғәли Вәлиуллин «Ағиҙел» ойошмаһының әүҙем ағзаларына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы миҙалдарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡотлау хаты ебәргән. Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, Салауат районы хакимиәте башлығынан ҡотлау һүҙҙәре еткерелде.

Таллинндың үҙәк майҙанында ҡунаҡтарҙы милли ризыҡ — сәк-сәк менән ҡаршы алдылар. Балалар иһә концерт ҡуйҙы. Тамашасылар «Башҡорт балы» бейеүен һәм ҡурай моңдарын тейешенсә баһаланы.


Тулыраҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb