Екатеринбург ҡалаһында башҡорт шиғриәте көнө үтә

Екатеринбург ҡалаһында башҡорт шиғриәте көнө үтә
24 май Екатеринбург ҡалаһында башҡорт шиғриәте көнө үтәсәк. Уны Свердловск өлкәһенең башҡорт үҙәге һәм Башҡорт йәштәре союзы ойоштора. Кисә Рәсәйҙә иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы айҡанлы уҙа.
Шиғриәт кисәһендә һәр кем үҙе яратҡан шиғырҙарҙы уҡып ишеттерә ала, башҡорт әҙәбиәтенә арналған күргәҙмә эшләйәсәк, башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары хаҡында документаль фильм күрһәтеләсәк.

Сара 12.00 сәғәттә Бардин урамы,28 адресы буйынса урынлашҡан Өлкә милләт-ара китапханаһында уҙа.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb