Драматургия өлкәһендә яңы исемдәр асыусы сара үтте

Драматургия өлкәһендә яңы исемдәр асыусы сара үтте
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер аҙнаға эксперименталь майҙансыҡҡа әүреле тураһында яҙғайныҡ инде. 16 ноябрҙән Хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы республика семинар-лабоаторияһында ҡатнашыусылар билдәле режиссер, Вс.Мейерхольдтың «биомеханикаһы» буйынса белгес Искәндәр Саҡаев менән шөғөлләнеп, көс-дәрт һәм белем тупланы. Ә бөгөн иһә драматургтар менән эш башланды. 14 авторҙың пьесаларын Олег Ханов, Владимир Жеребцов, Айһылыу Сәғитова һәм Рида Буранова анализлай. Ике йыллыҡ эш һөҙөмтәһе - драматургтарҙың пьесалары тупланған йыйынтығының да исем туйы үтте был көндә. Сара сиктәрендә 22 ноябрҙә, лабораторияның һөҙөмтәһе булып күмәкләшеп тормошҡа ашырған ижади проект күрһәтеләсәк. Алдан уҡ драматургтарға Гомерҙың «Илиада»һы буйынса бәләкәй генә әҫәрҙәр яҙырға ҡушылғайны. Драматург Владимир Жеребцов менән ул әҫәрҙәр эшкәртелде. Әлеге ваҡытта Искәндәр Саҡаев етәкселегендә режиссерҙар һәм актерҙар менән берлектә сәхнәгә сығарыла. Лабораторияның һуңғы көнөндә ошо проектты һеҙ ҙә ҡарай алаһығыҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb