DarMan кастинг башлай

DarMan кастинг башлай
Башҡорт эстрадаһында популяр булған DarMan проекты ижади йәштәр араһында кастинг үткәрә. DarMan Проекттың музыканттары DJ Khan һәм BurZoy МС үҙенсәлекле матур тауышлы йырсылар эҙләй.
Жанры – төрлө йүнәлештәге электрон музыка. Йырҙар башҡорт йәки татар телдәрендә башҡарылырға тейеш, шулай уҡ рус һәм инглиз телдәрендә лә мөмкин.
Йәш башҡарыусыға оҙайлы килешеү тәҡдим ителәсәк: йырҙар яҙҙырыу, клиптар төшөрөү, уларҙы радио-телевидениела яңғыратыу, концерт-фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашыу.
– Беҙ үҙенсәлекле тауышлы йырсыны – егетте йәки ҡыҙҙы эҙләйбеҙ. Ҡыҙҙарҙың йәше – 16-нан 25-кә, егеттәрҙеке 16-нан 28-гә тиклем булырға тейеш. Уларҙың профессионал булыуҙары мотлаҡ түгел. Беҙ 40-тан ашыу хат алдыҡ, ҡыҙғанысҡа, әлегә берәүҙе лә тапманыҡ, – тип хәбәр итте кастингты ойоштороусы DJ Khan.
Социаль селтәрҙәрҙә һайлап алыу июнь аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Октябрҙә DarMan проектының 5 йыллығына арналған сарала өсөнсө альбомдың исем туйын үткәреү һәм республика, Рәсәй төбәктәре буйлап гастролгә сығыу планлаштырыла. Шунда уҡ проекттың йырсылары менән таныштырыу күҙ уңында тотола.
Теләүселәр фотоларын, видео, аудиояҙмаларын һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына ебәрә ала. Проекттың «Бәйләнештә» социаль селтәрендә төркөмө лә бар.
Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb