Бөгөн Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапханала – шағир Ҡәҙим Аралбай менән осрашыу үтә

Бөгөн Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапханала – шағир Ҡәҙим Аралбай менән осрашыу үтә

Шағир һүҙе – сал быуаттар аша ишетелер, ҡылдан нескә, ҡылыстан үткер, батшаны ҡолатыр, ҡолдо батша итер һүҙ ул. Шуға ла халҡыбыҙҙа борон-борон замандарҙан шағир һүҙенә оло ихтирам һаҡлана. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһында Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, билдәле шағир Ҡәҙим Аралбайҙың 70 йәшлек күркәм юбилейына арналған әҙәби-музыкаль кисә үтәсәк.

Шағир ҡайҙа ғына эшләмәһен ул Яҙыусылар союзындамы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетындамы, “Китап” нәшриәтендәме ниндәй генә вазифа йөкмәтелһә лә, ул һәр эшен яуаплы башҡара, ә шағирлығы уның шул яуаплы эштәр менән бергә үрелеп бара. Уның әҫәрҙәре тәрән мәғәнәле, уйландырыусы, өгөт-нәсихәтле, изгелекле, халҡы өсөн янып-көйөп, кешеләрҙең йәшәйешен күреп, тын алышын һиҙеп, уларҙың ҡайғыһын, шатлығын уртаҡлашып ижад итә.

Кисәлә шағирҙың яҡындары, дуҫ-иштәре, ҡәләмдәштәре, билдәле яҙыусылар һәм шағирҙар ҡатнашасаҡ.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb