«Бында уҡыйҙар!»

«Бында уҡыйҙар!»
Әҙәбиәт йылында баш ҡалала «Бында уҡыйҙар!» акцияһын ойошторорға тәҡдим ителде.
– Кешеләр кафе, автовокзал, һаулыҡ һаҡлау йәки дәүләт хеҙмәттәре учреждениеларында күп ваҡытын көтөп уҙғара. Беҙ йәмәғәт урындарында китап кәштәләрен ҡуйырға тәҡдим итәбеҙ, – тине Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советында ведомство етәксеһе Борис Мелкоедов.
Мини-китапханалар ҡала халҡының китаптарынан торасаҡ тип күҙаллана.
– Китапханалар китап йыйыу пункттарының береһе буласаҡ тип уйлайбыҙ. Ҡала халҡы төрлө баҫмалар килтерә, китап уҡыусыларға теләктәрен ҡалдыра ала.
Йомғаҡлау сараһында акцияның иң әүҙем ҡатнашыусылары бүләкләнәсәк, – тип билдәләне БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе.
Хәҙер кәштәләр, фирма стикерҙары һәм сайт әҙерләүҙә ярҙам итеү өсөн партнерҙар табырға кәрәк.
Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb