Билдәле йырсы Марсель ҠОТОЕВ тәүге концертына саҡыра

Билдәле йырсы Марсель ҠОТОЕВ тәүге концертына саҡыра
Марсель Ҡотоев йыр-моң һөйөүселәрҙе башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙарынан торған тәүге концертына саҡыра!
Марсель Ҡотоев киң диапазонлы, моңло тауышлы сәхнә оҫтаһы булараҡ тамашасы араһында киң танылған йырсы. Уның сағыу, ҡабатланмаҫ сығыштарын халыҡ һәр ваҡытта көтөп ала. 
Марсель Ҡотоев Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, филармонияла “Далан” фольклор-эстрада төркөмөндә эшләй башлай. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт эстрадаһының легендар “Каруанһарай” төркөмөндә лә ижад итеп өлгөрә ул. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен һәләтле, ҡабатланмаҫ тауышлы моң эйәһе итеп таныта. “Гәлсәр һандуғас” телевизион фетивалендә, “Урал моңо” Халыҡ-ара конкурсында уңышлы сығыш яһай һәм призлы урындар яулай. 
Марсель Ҡотоев башҡорт халыҡ, эстрада йырҙарын, рус, сит ил композиторҙарының әҫәрҙәрен бар нескәлегендә, күңелен һалып, оҫта еткерә тамашасыларға. Тәбиғи һәләте, ҡабатланмаҫ сығыштары, юғары башҡарыу оҫталығы - былар барыһыла йырсының юғары профессиональ сифаттары тураһында һөйләй.
Йәш, һәләтле йыр-моң оҫтаһы Марсель Ҡотоевтың күркәм ижад байрамына рәхим итегеҙ, дуҫтар!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb