Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли ХӘМЗИНдың рухына арналған тамаша

Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли ХӘМЗИНдың рухына арналған тамаша
 Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин башҡорт йыр сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырған йырсыларҙың береһе. 
Буласаҡ сәнғәт әһеле профессиональ белемде Өфө дәүләт сәнғәт институтында ала. Тәүге сығыштарынан уҡ ул моңло тауышы, юғары башҡарыу оҫталығы менән тамашасы күңелен арбай. Ғәли Хәмзин башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен үҙенә хас оҫталыҡ һәм матурлыҡ менән башҡара. Шулай уҡ эстрада йырҙары ла уның репертуарында ҙур урын алып тора. 
Моң эйәһе Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында оҙаҡ йылдар эшләй. Мәҙәни усаҡта ижад иткән осорҙа ул ҙур уңыштарға өлгәшә. Ғәли Хәмзин популяр фольклор төркөмө “Йәдкәр”гә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була һәм уны 25 йыл дауамында етәкләй. Уның етәкселегендә “Тере хәтер – тере һыу”, “Бәпес ҡайтты”, “Уралтау күкрәгендә” һәм башҡа башҡорт халҡының милли сәнғәтен, фольклор өлгөләрен һәм боронғо көнкүрешен сағылдырған программалар ҡуйыла. 
Ғәли Хәмзин халҡыбыҙҙың сихри йыр-моңон Рәсәйҙә генә түгел, ә донъя кимәлендә лә яңғырата. Билдәле йырсы тарафынан АҠШ, Дания, Испания, Канада, Австралия, Швеция илдәренән меңәрләгән тамашасы башҡорт милли йыр сәнғәте өлгөләрен ишетеү бәхетенә эйә була. 
Ғәли Хәмзиндың сәнғәтте үҫтереүгә, халҡыбыҙҙың данын арттырыуға һалған көсө баһалап бөткөһөҙ. Уның моңло йырҙары тамашасы күңелендә мәңгелек йәшәй. Маһир йырсының яҡты рухын, ижадын иҫкә алыуға арналған “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” тип аталған күркәм тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb