Башҡортостанда республика халыҡтарының милли мәҙәниәте телевизион фестиваль-марафоны үтә

Башҡортостанда республика халыҡтарының милли мәҙәниәте телевизион фестиваль-марафоны үтә

Үткән йомала Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәте телевизион фестиваль-марафоны старт алды. Фестиваль республика халыҡтарының милли мәҙәниәтен, халыҡ ижады һәм һәүәҫкәр сәнғәт жанрҙарын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, Башҡортостан халыҡтары араһындағы дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыу маҡсатында ойошторола. Уның ойоштороусылары булып БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы, ҡала округтары һәм муниципаль райондар хакимиәттәре сығыш яһай.

Архангел ауылында фестивалде асыу тантанаһы үтте, унда Өфөнән, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Иглин һәм Өфө райондарынан үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһаны.

Артабан фестиваль республиканың Урал аръяғы зонаһына йүнәлде, унда ижади марафон эстафетаһын Белорет районы ҡабул итте. Сәрмән ауылына Белорет, Әбйәлил, Бөрйән һәм Учалы райондарынан фольклор коллективтары килде. Ауыл мәҙәниәт йорто алдында фестивалдә ҡатнашыусыларҙы ҡаршылау тантанаһы үтте, унан һуң мәҙәниәт йортоноң концерт залында коллективтар үҙҙәренең конкурс программаларын тәҡдим итте, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына райондың мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова.

Фестивалде ойоштороусылар исеменән сәләмләү һүҙе менән ҡатнашыусыларға Республика халыҡ ижады үҙәгенең Нефтекама ҡалаһындағы филиалы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Владимир Юрин мөрәжәғәт итте.

— Ошо көндәрҙә барған Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәте телевизион фестиваль-марафоны республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ныҡ һәм ентекле эшләүенең һөҙөмтәһе ул. Был форумда тағы бер тапҡыр милли байлығыбыҙҙы – Башҡортостан ғорурлығын күрәсәкбеҙ. Был — республиканың биҙәге булған ижади коллективтар. Форум Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә үткәрелгән ҙур республика саралары рәтендә лайыҡлы урын алыр, тип ышанам.

Владимир Юрин фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләне һәм фестивалде ойошторғаны өсөн рәхмәт йөҙөнән Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаевҡа маҡтау грамотаһы тапшырҙы.

Үҙ сиратында Илгиз Теләүбаев Белорет районы етәкселеге исеменән ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм уларға сағыу ижади сығыштар теләне.

Фестиваль-марафонға Белорет районы дүрт фольклор коллективын сығарҙы. Сәрмән ауылынан «Хәтирә» ансамблендә ҡатнашыусылар башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Ҡағынан «Дубравушка» йырсылары башҡарыуында боронғо ҡағы йырҙары яңғыраны, ә Шығай ауылынан «Гөлнәзирә» һәм Үткәл ауылынан «Үткәл» ансамблдәре боронғо башҡорт йолаларын күрһәтте.

Әбйәлил, Бөрйән һәм Учалы коллективтарының сығыштары ла сағыу һәм матур булды.

Артабан фестиваль-марафон Баймаҡ ҡалаһына йүнәлде, унда Хәйбулла, Йылайыр райондары һәм Сибай ҡалаһы фольклор коллективтары үҙенең ижадын тәҡдим итте.

15 октябрҙә фестивалде Мәләүез менән Стәрлетамаҡ ҡабул итте. 18 октябрҙә фестиваль – Кушнаренко ауылында һәм Нефтекама, Яңауыл ҡалаларында, 19 октябрҙә – Бөрөлә, 21 октябрҙә Саҡмағош, Раевка ауылдарында һәм Бәләбәй ҡалаһында үтәсәк. Марафон 22 октябрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылында тамамлана.

Телевизион фестиваль-марафондың халыҡ ижады үҙәге белгестәренән торған жюрийы конкурс йомғаҡтары буйынса Гала-концертта ҡатнашасаҡ коллективтарҙы һайлап алырға тейеш, ул 2011 йылдың 1 декабрендә Өфөлә, Нефтселәр мәҙәниәт һарайында, үтәсәк. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb