Башҡортостан удмурттарының төп ойошмаһы рәйесе итеп ҡайтанан Ренат Ғәләмшин һайланды

Башҡортостан удмурттарының төп ойошмаһы рәйесе итеп ҡайтанан Ренат Ғәләмшин һайланды

Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылында Башҡортостан удмурттарының IV конференцияһы эшен тамамланы. Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге рәйесе итеп ҡайтанан Ренат Ғәләмшин һайланды. Шулай уҡ 29 делегаттан торған үҙәк Советы һәм 3 кешенән торған Ревизия комиссияһы һайланды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Яңы Тәтешле» удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Ксения Милиятова хәбәр итте.

— Конференция бик йөкмәткеле булды, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ксения Милиятова. – Унда ҡатнашыусылар милли мәҙәниәтте һәм удмурттар тарихын һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү мөһимлеген күрһәтте. Бөгөн тәҡдим ителгән башланғыстар яҡын арала тормошҡа ашырылыр, тип ышанам.

Конференция сиктәрендә унда ҡатнашыусылар «Яңы Тәтешле» тарихи-мәҙәни үҙәгендә булды. Форумды үҙешмәкәр художестволы коллективтар тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары тамамланы.

Автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb