“Башҡортостан” дәүләт концерт залында шыршы байрамы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында шыршы байрамы

Бөгөн Республика башлығы шыршыһы үтә. Яңы йыл тамашаһы Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ойошторола. Байрамға республиканан 780 бала саҡырылған. Улар араһында уҡыу алдынғылары, төрлө конкурстар, мәктәп олимпиадаларында, спорт ярыштарында еңеүселәр, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙең балалары бар. Быйыл уҡыусыларға “Яңы йыл биттәре буйлап, йәки әкиәт урлаусылар” тигән спектакль күрһәтелә. Бынан тыш, ҡунаҡтарға концерт залы фойеһында күңел асыу программаһы тәҡдим ителә. Уҡыусыларҙы уйын-көлкө, әйлән-бәйлән, дәртле конкурстар, викториналар көтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb