«Башҡортостан» Дәүләт концерт залы балаларҙы Яңы йыл байрамдарына саҡыра

«Башҡортостан» Дәүләт концерт залы балаларҙы Яңы йыл байрамдарына саҡыра
22 декабрь «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында йылдың иң көтөп алған, иң сағыу байрамы – Президент шыршыһы байрамы үтә. Был тамаша йыл һайын республиканың иң яҡшы уҡыусыларын, төрлө олимпиада, спорт уйындары еңеүселәрен, фестиваль һәм конкурстар лауреатттарын йыя. Быйыл да шыршы байрамы бик күркәм булмаҡсы.
23 декабрь ошо уҡ залда Ҡала шыршы байрамы уҙасаҡ. Унда Өфөнөң уҡыу алдынғылары, шулай уҡ күп һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, етем, мөмкинселектәре сикләнгән балалар тамаша ҡыласаҡ.
Балаларға концерт залы фойеһында театрлаштырылған тамаша тәҡдим итәсәктәр, ә һуңынан Ҙур залда мөғжизәле спектакль ҡуйыласаҡ. Байрам аҙағында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу матур-матур бүләктәр тапшырасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb