Башҡорт рок-легендалары - Өфөлә!

Башҡорт рок-легендалары - Өфөлә!
Быйыл – «Рух» төркөмө барлыҡҡа килеүенә, «төҙөлөүенә» 20 йыл тула. Улар башҡорт рок-хәрәкәтенең башында тороусылар.
90-сы йылдар башында, милли үҙаң күтәрелгән мәлдә республикабыҙҙа башҡорт рок хәрәкәте лә ҙур үҫеш ала. Илдә сәйәси кризис хаким иткәндә тап рок-төркөмдәребеҙ үҙҙәренең ижады тирәләй башҡорт йәштәрен туплай, рухтарын нығытыусы көс була.
«Рух» төркөмө 1991 йылда Хәйбулла районының үҙәге – Аҡъярҙа барлыҡҡа килә. Төп составы оҙаҡ йылдар үҙгәрмәй – баш башҡарыусы һәм текстарҙың авторы Ғәзинур Салауат улы Биктимеров (мәрхүм), көйҙәрҙең авторы һәм соло-гитарасы Ирек Атанов, бас-гитарасы Зөфәр Байғусҡаров, йырсы, музыкант, йырҙарҙың авторы Юлай Асҡаров, бейеүсе Нуретдин Иҫәнбаев һәм барабансы Зиннур Ҡуңысбаев.
Иртәгә, 30 ноябрҙә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Рух» төркөмө баш ҡала тамашасыларын үҙенең концерты менән ҡыуандырасаҡ. Рәхим итегеҙ!
Концерт 19:00 сәғәттә башлана.
Билеттар буйынса 8-927-3487298, 8-917-7304568 телефондарына мөрәжәғәт итергә була.
Сығанаҡ - www.шонкар.рф

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb