Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры кескәй дуҫтарын әкиәткә саҡыра

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры кескәй дуҫтарын әкиәткә саҡыра

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры кескәй дуҫтарын «Йән дуҫтар» («Верные друзья») әкиәтен ҡарарға саҡыра.
Тамаша алдынан балаларҙы фойела Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары ҡатнашлығында күңелле бал-маскарад ҡаршы аласаҡ.
Улар хореография, сағыу костюмдар, музыка ярҙамында мөғжизәле яңы йыл алды атмосфераһын бүләк итәсәк.
Ә сәхнәлә инде балаларҙы спектакль ғына түгел, ә Яңы йыл детективы көтә.
Төп ролдәрҙә иһә балалар яратып ҡараған мультфильдарҙың геройҙары Крокодил Гена һәм уның дуҫтары Чебурашканы яуыз дошмандар ҡулынан азат итергә тейеш. Был эштә иһә килгән балалар ҙа ярҙам итә...

Яңы йыл тамашалары 11.00, 14.00, 17.00 сәғәттә башлана.
Спектаклдәр 2015 йылдың 19 декабренән 2016 йылдың 10 ғинуарына тиклем барасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb