Башҡорт драма театры ижад миҙгелен яба

Башҡорт драма театры ижад миҙгелен яба
21 май көнө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 95-се ижад миҙгелен сәнғәт усағының бөтә ижады көстәре ҡатнашлығында ҙур концерт ябасаҡ.
Театрҙың 95-се юбилей миҙгеле премьералары, бик күп иҫтәлекле ваҡиғалары, гастролдәре менән бер нисә көндән тарихта ҡаласаҡ. Ваҡиғаларға бай, хәтерҙәрҙә уйылып ҡалырлыҡ, тамашасы һағынып һөйләрлек күркәм миҙгел булды ул һәм театр 21 майҙа - «Хуш, юбилей миҙгеле! » исемле театрлаштырылған концерт менән ошо данлы миҙгелен яба. Байрам тантанаһына театр үҙенең яҡын дуҫтарын, йыл буйы бергә булған тамашасыларын, баш ҡала ҡунаҡтарын саҡыра.
Ҡәҙерле дуҫтар, «Хуш, юбилей миҙгеле!» концертына рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb