«Аҡ һыуһар» - Өфөлә үтәсәк

«Аҡ һыуһар» - Өфөлә үтәсәк
26-28 ноябрҙә Өфөнөң Ҡала Мәҙәниәт һарайында «Аҡ һыуһар» төбәк-ара эстрада йырҙары бәйгеһе үтә. Ижади сара Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арнала. Сараның ойоштороусылары Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы һәм Ҡала Мәҙәниәт һарайы.
Сығыштарҙы абруйлы жюри ағзалары: БР Халыҡ артисы Вәхит Хызыров (Өфө), Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев, Халыҡ-ара «Балалар Евровидениеһы» проекты мөхәррире Киры Чен (Мәскәү), композитор Борис Молочков (Түбәнге Тагил) баһалаясаҡ.
Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр һәм аҡсалата премия көтә. Гран-при яулаусы иһә абруйлы халыҡ-ара йыр конкурсында ҡатнашыу мөмкинлеген аласаҡ.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb