“Ашҡаҙар таңдары” таң ҡалдырҙы

“Ашҡаҙар таңдары” таң ҡалдырҙы

Стәрлетамаҡта «Ашҡаҙар таңдары» башҡорт фольклоры республика байрамы үтте.

«Ашҡаҙар таңдары» байрамы — ҙурлығы буйынса республиканың икенсе ҡалаһы халҡына төбәктең иң яҡшы фольклор коллективтарын күрһәтергә мөмкинлек биргән сара, үҙешмәкәр башҡорт фольклор коллективтарының берҙән-бер ижади ярышы ул. Өсөнсө тапҡыр үткәрелгән сараға Санкт-Петербург ҡалаһынан, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан, Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан килгән 42 фольклор коллективы ҡатнашты, Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә 800-ҙән ашыу һәүәҫкәр артист сығыш яһаны.

Йыр-моң һөйөүселәрҙең иң олоһона — 82, иң кесеһенә — 6 йәш. Әммә барыһын да уртаҡ сифат – сәнғәткә һөйөү берләштерҙе.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb