Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрына – 80 йәш

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрына – 80 йәш

Республиканың иң боронғо, абруйлы театрҙарының береһе Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры быйыл үҙенең 80 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләй. Башҡортостан Республикаһында икенсе профессиональ башҡорт театры үҙ йылъяҙмаһын 1931 йылдың июненән һанай. Уға нигеҙ һалыусылар булып башҡорт театр техникумын тамамлаусылар, күренекле педагог-режиссер Мәкәрим Мәһәҙиевта тәрбиәләнеүселәр – Арыҫлан Мөбәрәков, Ғәли Һөйәрғолов, Сания Йәнбухтина, Әсхәт Абдуллин, Мәхмүт Хәбибуллин, Ғата Сөләймәнов, Сәхи Сәйетов, Ғәшиә Абыҙгилдина тора. Театрҙың баш режиссеры һәм художество етәксеһе Арыҫлан Мөбәрәков булды. Белеүегеҙсә, ул һуңынан Башҡортостандың мәшһүр театр сәнғәте эшмәкәре, СССР-ҙың Халыҡ артисы тигән почетлы исемгә лайыҡ була.

Төрлө йылдарҙа театрҙа Башҡортостандың күп кенә танылған сәнғәт оҫталары – Елизавета Сыртланова, Ғәлиә Имашева, Мөхәмәт Арсланов, билдәле музыкант, актер һәм ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов, опера солисы, мәшһүр йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллин, данлыҡлы ҡурайсы һәм педагог Ғата Сөләймәнов һәм башҡалар – эшләп китә һәм ижади сынығыу ала.

1957 йылда театр республика Хөкүмәте ҡарары менән йәш таусылар һәм төҙөүселәр ҡалаһы Сибайға күсә һәм БАССР-ҙың Сиҙәм театры тип атала башлай, ә 1968 йылдан – Сибай башҡорт дәүләт драма театры исемен ала. Был йылдарҙа театрҙың баш режиссеры булып республиканың танылған актеры һәм режиссеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғәйфулла Сарбаев эшләй. Төп ижади составты Шәмсинур Сиражетдинова, Кифая Хәбибуллина, Закирйән Ханов, Рәзинә Ҡаһарманова, Хәмзә Ҡорсаев, Ғәшүрә Ирназарова, Фәтхелислам Ғәләүетдинов, Мирза-Шәриф һәм Ямал Миңлишевтар, Йәмилә Әбитаева, Биби Мәһәҙиевалар тәшкил итә.

2004 йылда театр заман талаптарына тап килгән, яңы бинаға күсә. Театрҙа хәҙер ҙә исемдәре киң билдәле булған махсус юғары белемле, һәр береһе үҙ һөнәренең оҫтаһы булған артистар эшләй. Улар араһында БР-ның халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова, БР-ның халыҡ артисы Зифа Баязитова, Резеда Сәфиуллина, БР-ның халыҡ артисы Риф Сәйфуллин, Марсель Хоҙайғолов, БР-ның атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов, БР-ның атҡаҙанған артисы Миңзилә Ҡотошова, театрҙың режиссеры БР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре С. Ғ. Әфләтунов. Шулай уҡ йәш, өмөтлө актерҙар, М. Итбаев, Ю. Ғәйнуллин, А. Хәкимова, С. Абдрахимова, Ф. Сөнәғәтов, Н. Баязитова, Р. Абдуллина, А. Ҡотошев, М. Әхмәҙиева, А. Шәйхисламов һәм башҡалар тырышып хеҙмәт итә.

Театрҙың 80 йыллыҡ матур юбилейын билдәләргә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә.

«Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһы» порталы хеҙмәткәрҙәре исеменән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрын 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ, коллегаларыбыҙға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

«Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb